Билдәһеҙ кешеләр 66 мең төп гөлдө ҡаҙып алған. Башҡалала урамдарға ҡуйылған видео күҙәтеү камералары бер ҡыҙҙың түтәлдән клумба урлауын төшөрөп алған. Был видео интернет селтәрендә ҡыҙыу бәхәстәргә сәбәп булды. Гүзәл зат вәкилдәре ирҙәр сәскә бүләк итмәгән осраҡта ғына ошондай аҙымға бара, тигән фараздар ҙа бар улар араһында. Өфө ҡала хакимиәтендә иһә вандаллыҡ һәм ҡала милкенә ҡл һалған өсөн административ хатта енәйәти яуаплылыҡ та янай тип иҫкәртәләр.
Өфөлә түтәлдәрҙән сәскә урлаусылар арта
Тулыраҡ: Өфөлә түтәлдәрҙән сәскә урлаусылар арта