Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин илдең барлыҡ еңел атлеттарын Рио-де Жанейролағы олимпиаданан ситләштереүҙе ғәҙел түгел тип баһаланы. Был турала ил етәксеһе Санкт-Петербургта донъяның эре мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Карелия республикаһында Сямозерҙа ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Фажиғә урынында табиптар һәм ҡотҡарыусылар дежур итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған 13 бала бындағы лагерға ял итергә Мәскәүҙән килгән.

Бельгияла төндә үткәрелгән 40 рейдта террор ғәмәле әҙерләүҙә шикләнеп 12 кеше ҡулға алынған. Полиция улар футбол уйыны ваҡытында бомба шартлатырға уйлаған тип фаразлай. Тентеү ваҡытында ҡорал табылмаған.

Төркиә полицияһы Истамбулда үткән парадты ҡыуыу өсөн күҙҙән йәш сығарыусы газ һәм резина пуляляра ҡулланған. Хакимиәттәр террор хәүефе сәбәпле бындай парадтарҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, тиҫтәләгән кеше урамға сыҡҡан. Полицияның 300 хеҙмәткәре бер-нисә урамлы уратып алып хәрәкәтте туҡтатҡан.