Күп тонналы дүрт фураға шешәләргә тултырылған һыу, төҙөлөш материалдары, кейем, дарыуҙар һәм тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәре тейәлгән. Йөктөң дөйөм ауырлығы 59 тонна. Кейем тейәлгән йөк машинаһы Донецкиға, ҡалғандары Луганскиға йүнәлә.
Йөк оҙатыуға арналған сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, “Берҙәм Рәсәйҙең” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.
«Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт әйткем килә, гуманитар йөктө йыйыуға тырышлыҡ һалған бар меценаттарға рәхмәт. Был ғәмәл беҙҙең тарихты үҙгәртергә ниәтләгән нацизмға ҡаршы көрәштәге берҙәмлекте иҫбатлай. Хәйерле юл. Имен әйләнеп ҡайтығыҙ», — тине Максим Забелин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Донбасҡа беренсе гуманитар конвой Башҡортостандан 4 мартта оҙатылды.