Башҡортостандың ҡала-ара пассажир компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, 10 июндә поездар йома көн тәртибе графигына ярашлы йөрөй, 11–12 июндә — шәмбе көн тәртибе, 13 июндә — йәкшәмбе көн тәртибенә ярашлы, ә 14 июндә — дүшәмбе графигы буйынса йөрөй.
11 июндән 13 июнгә тиклем электричкалар:
— № 6814 Ҡарлыман станцияһынан 20 сәғәт 42 минутта сығып — Стәрлетамаҡҡа 22 сәғәт 43 минутта килеп етә,
— № 6911/6912 Өфөнән 07сәғәт 08 минутта сығып — Айғыр станцияһына ун беренсе яртыға килә,
— № 6913/6914 Айғыр станцияһынан 16 сәғәт 33 минутта сығып — Өфөгә 19 сәғәт 36 минутта килә.
Шул уҡ ваҡытта 11–13 июндә
— № 6917 Инйәр (сығыу ваҡыты 06.10) — Зөйәк (килеп етеү ваҡыты 06 сәғәт 54 минутта),
— № 6918 Зөйәк (сығыу ваҡыты 07 сәғәт 15 минут) — Инйәр (килеп етеү ваҡыты 08.00),
— № 6420 Өфө (сығыу ваҡыты 17.53) — Урман (килеп етеү ваҡыты 19.21),
— № 6460 Раевка (сығыу ваҡыты 06.06) — Өфө (килеп етеү ваҡыты 08.19),
— № 6877/6878 Урал буйы (сығыу ваҡыты 06.07) — Өфө (килеп етеү ваҡыты 07.51) электричкалары йөрөмәй.