“Урал аръяғы” инвестһабантуйында 107 миллиард һумлыҡ инвестиция ниәттәре тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Форумдың тәүге һөҙөмтәләре менән Оператив кәңәшмәлә таныштырҙылар. Сибай ҡалаһында үткән быйылғы инвестһабантуй килешеүҙәр һаны буйынса яңы рекордҡа сыҡты... 107 миллиард һумға 27 рәсми документҡа ҡул ҡуйылған. Ҡатмарлы геосәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, форумда 11 дәүләт вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашты. Рәсәйҙең 61 төбәгенән килгән ҡунаҡтар менән бергә 1 мең ярым тирәһе кеше эшлекле мөхиткә сумды. Сараның программаһына килгәндә, 18 тематик сессия, халыҡ-ара форматтағы 3 кәңәшмә һәм инвестиция комитеты ултырышын үҙ эсенә алды. Тәүге көн бизнес-шерифтар Сибайға йыйылып, илдең башҡа төбәктәре – Белгород, Липецк өлкәләре, Ставрополь крайында был институт үҫеше тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Статегик беренселек буйынса Global Management Challenge Кубогының төбәк этабы финалы ла эшлекле форумдың бер биҙәлешенә әүерелде. “Башҡортостан – Ҡаҙағстан”, “Башҡортостан – Төркиә” форматындағы секциялар форумдың халыҡ-ара кимәлдә танылған майҙансыҡҡа әүерелә барыуы хаҡында һөйләй. Инвестһабантуйҙың Урал аръяғы төбәге өсөн төп һөҙөмтәләренең береһен Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән Оператив кәңәшмәлә иғлан итте. Һөҙөмтәләрҙән Белорусияның МАЗ заводы менән Башҡортостан предприятиеһының берлектә коммуналь техника йыйыу тураһында килешеүен, “Пилотһыҙ авиация Кластеры” һәм “Технопарк РВ-ә” проекттарын айырым билдәләп китергә мөмкин. Аграр мәсьәләләргә туҡталып Оператив кәңәшмәлә республика хужалыҡтарының сәсеүҙе планда билдәләнгәндән бер аҙнаға алдараҡ тамамлауы хаҡында белдерелде. Вице-премьер Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, быға республика ярҙамы менән алынған заманса техника яҡшы этәргес булған. Ауыл эшсәндәре баҙарҙағы ихтыяжды иҫәпкә алып быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын тағы ла 18 ярым процентҡа арттырған. Ә тәбиғәт быйыл бесәнде мул итеп әҙерләү форсаты биргәнлектән аҙыҡ запасын ике йылға етерлек итеп тупларға маҡсат ҡуйылды. Әле бер нисә районда был эшкә тотонғандар ҙа инде. Коронавирусҡа бәйле оператив мәғлүмәттәрҙә борсоуға һалырлыҡ хәл күҙәтелмәй, вакцинация буйынса тағы ла яҡшыраҡ – Башҡортостан илдә беренсе урында килә. Радий Хәбиров битлек режимын республикала туҡтатып торорға ҡарар итте. Әле райондар ревакциянацияға әүҙем тотонған. Табиптар алдында күберәк халыҡты диспансеризация үткәреү бурысы ҡуйылған. Туризм тураһындағы докладтан күренеүенсә, дәүләт яғынан ярҙам саралары быйыл кинәт артҡан. Улар финансҡа ғына ҡайтып ҡалмай, мәҫәлән ер бүлеүҙә сауҙа ойошторолмай, тине үҙ сығышында Туризм министры. Радий Хәбиров тармаҡ өсөн әле үҙенән үҙе барлыҡҡа килгән мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк.Диңгеҙ ярына китмәгән замандаштарыбыҙ өсөн үҙебеҙҙә шарттары тыуҙырыу мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ҡомлоҡтар һанын киләһе 2 йылда 200-гә еткереү бурысын ҡуйҙы Радий Хәбиров. Быйыл 110 пляж эшләй. Сағыштырыу өсөн 5 йыл элек ни бары 68 рәсми һыу инеү урыны бар ине. Волга буйы федераль округында ла ҡомлоҡтар һаны буйынса беҙ беренсе урында. Был, тәү сиратта, уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек нигеҙе. Был аҙна ла сараларға бай булмаҡсы. Бөгөн Өфөлә медиайыйын, шулай уҡ билдәле яҡташыбыҙ, Ҡара генерал Даян Мурзинға һәйкәл асыла. 12 июнь Рәсәй көнөнә арналған саралар барлыҡ муниципалитеттар ҙа ла үтәсәк.
107 миллиард һумлыҡ инвестиция ниәттәре тураһында килешеүҙәр
107 миллиард һумлыҡ инвестиция ниәттәре тураһында килешеүҙәр