Өфөлә күҙе 10 процент ҡына күргән ҡатынға табиптар донор мөгөҙсәһен күсереп ултыртып, күреү һәләтен һаҡлап ҡала алды. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының операция бүлегендә бер юлы биш операция яһала. Пациенттар араһында оҙаҡ йылдар бер күҙ менән генә күргән 63 йәшлек ҡатын да бар. Өфө табиптары сит төбәктәрҙән килгән табип-офтальмологтар менән тәжрибә лә уртаҡлаша. Максим Синицин Чебоксарҙан килгән. Яңы технологиялар ярҙамында табиптар бер юлы биш операция яһаны. Ғәҙәти операцияларҙан һуң пациентҡа оҙайлы ГОСПИТАЛИЗАЦИЯ талап ителһә, фемтосекунд лазерын ҡулланып яһалған операциянан һуң кеше 2-3 көндән һуң өйгә ҡайтарыла.Был операцияла ике заманса ысул ҡулланыла... ул киҫемдәрҙе теүәл үтәргә мөмкинлек бирә, ти табиптар.... Операция барышын бөтә ил табиптары онлайн режимда күҙәтә ала. Быйыл күҙ ауырыуҙарын дауалау һәм диагностикалау- „Көнсығыш-Көнбайыш„ 12-се халыҡ-ара офтальмология конференцияһында ҡатнашыусыларҙы берләштергән төп тема.Конференцияның төп маҡсаты – тәжрибә уртаҡлашыу. «Көнсығыш-көнбайыш» 12-се Халыҡ-ара офтальмологтар конференцияһы онлайн һәм оффлайн рәүештә үткәрелде. Кәңәшмәлә төрлө ил табиптары сығыш яһаны.
Заманса алым
Заманса алым