Яңы мәктәп һәм берҙән-бер сүп-сар контейнеры майҙансығы аша һуҙылған юл ҙур бысраҡ күлгә әйләнгән. Унан хатта машина менән дә үтерлек түгел. Бөтмәҫ ямғырҙар хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Зинаида Шәйхәйҙәроваға сүп-сар ташлау оло һынауға әйләнгән. Ҡыйҙы махсус контейнерҙар майҙансығына илтер өсөн ҡыҙға ҡот осҡос юл аша үтергә кәрәк. Йөрәгемде усыма тотоп сығам, ти Зинаида. Сөнки батҡаҡҡа әйләнгән юлда машинаһы боҙолоп батып ултырғаны ла бар. Мөхәммәт Арыҫланов һәм Рощинская урамдарын тоташтырған арауыҡты ысынлап та, юл тип әйтмәҫһең. Балсыҡ, батҡаҡ һәм һыу ҡатнашып һаҙлыҡҡа әйләнгән. Ярты саҡырымлыҡ юл тиҫтә йылдар урындағы халыҡтың баш бәләһенә әйләнгән. Был биләмәләрҙә ер аҫты һыуҙары өҫтәрәк урынлашҡан. Яҙын һыу баҫыуҙан ҡотолоу өсөн эргә –тирәләге йорт хужалары соҡор ҡаҙып һыуҙы тотҡарлаған. Быйыл күпләп яуған ямғырҙар хәлде тағы ла киҫкенләштергән. Бөйөк Еңеүгә 60 йыл тип аталған ошо урамда берҙән –бер сүп-сар контейнеры майҙансығы уранлашҡан. Ул барлыҡ эргәләге райондар өсөн. Әммә уларға барып етеүе бер ҙә анһат түгел. Һөҙөмтәлә күптәр сүп-сарҙы үҙҙәре менән ҡалаға алып китергә мәжбүр. Намыҫһыҙҙары ҡыйҙы юл ситендә ташлап китеүҙән дә тартынмай. Ошо арауыҡ ерҙә сүп сар контейнерҙарығына түгел, туҡталышҡа илтеүсе берҙән-бер юл. Барыһы ла машина менән йөрөмәй, Йәйәүлеләргә, айырыуса оло йәштәгеләр һәм мәктәп уҡыусыларына бында үтерлек түгел.Урындағы хакимиәт ярҙамына өмөттәре һүнгән бындағы халыҡтың. Үҙ ҡулдары менән балалар майҙансығы эшләгәндәр. Урам эсендәге юлды ла йыл һайын үҙ иҫәбенә эшләтә улар. Бөйөк еңеүгә алтмыш йыл урамын ипкә килтереүҙә халыҡтың ғына көсө етәрлек түгел. Октябрь районы хакимиәте был мәсьәләнән ситләшергә тырышып уны ҡала хакимиәте кимәленә сығарырға тәҡдим итә. Ҡыҙғанысҡа, әлегә барыһы ла ҡағыҙҙа ғына. Әммә битарафлыҡтан, буш вәғәҙәләрҙән тамам ялҡҡан халыҡ туҡтап ҡалырға уйламай, үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәште әүҙемләштерергә ниәтләй.
Нуғай ҡасабаһында бер-нисә биләмә халҡы юлһыҙ интегә
Нуғай ҡасабаһында бер-нисә биләмә халҡы юлһыҙ интегә.