Башҡортостан, Удмурт һәм Татарстан республикаларынан йыйылған уҡыусылар хәрби-ялан шарттарында йәшәп үҙҙәрен төрлө шарттарҙа һынап ҡараны. Кадеттар слеты был юлы дәүләт именлеге органдары ойошторолоуҙың 105 йыллығына арналды. Арҡан тартыу ул физик көстө һәм сыҙамлыҡты ғына яҡшыртмай. Тәү сиратта, ул команда рухын үҫтерергә ҙур этәргес бирә. Ә был иһә буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар өсөн бик мөһим. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған кадеттар слеты был юлы ла Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тәҡдиме менән ойошторолдо.Ике көн эсендә кадеттар хәрби-ялан шарттарында йәшәп үҙҙәрен төрлө шарттарҙа һынап ҡараны. Балалар лагеры биләмәһендә улар физик әҙерлек һәм атыу буйынса төрлө нормативтар тапшырҙы. Сик-буйы ғәскәрҙәре ветераны Рәмил Муллаянов һүҙҙәренсә, Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында хәрби-патриотик сараларға ҡыҙыҡһыныу арта. 15 йәшлек Кирилл Гаврилов өсөн төбәк-ара слетта беренсе тапҡыр ҡатнаша. Егет киләсәктә тормошош хәрби юл менән бәйләргә уйлай. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Татарстан кадеттары яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарға Стәрлетамаҡ һәм Туймазы районы сик-буйы һаҡсылары лайыҡ булды.
Республикала иң яҡшы сик буйы-кадеттарын билдәләнеләр
Республикала иң яҡшы сик буйы-кадеттарын билдәләнеләр