Яңы шарттарҙа эшләү талап ителә

Яңы шарттарҙа эшләү талап ителә

“Торатау” конгресс-холлында республика киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйыны” үтте. Икенсе тапҡыр уҙғарылған форумға быйыл Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 600-ҙән ашыу хәбәрсе һәм матбуғат вәкилдәре йыйылды. Матбуғат илһөйәрлек тәрбиәләүҙә төп сығанаҡ булырға тейеш. Бөгөнгө шарттарҙа был төп бурыстарҙың береһе. Ошо хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөләге медиа йыйынды асыу тантанаһында белдерҙе. Быйылғы йыйында Бөтә Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы вәкилдәренең ҡатнашыуы сараның федераль кимәлгә күтәрелеүе тураһында һөйләй. 600-ҙән ашыу журналист, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, блоггерҙар. Улар барыһы ла бөгөнгө ысынбарлыҡты асыҡлап ҡына ҡалмай, ә киләсәккә бурыстар ҙа билдәләй. Мәҫәлән, быйыл беренсе тапҡыр ошондай форумға блоггерҙар саҡырылды. Ни тиһәң дә, уларҙың аудиторияһы ла бер-нисә мең кешегә етә. Шулай уҡ тәүге үҙгәрештәр тураһында ла әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, уҙған йыйында билдәләнгән ун дүрт пунктың туғыҙы бойомға ашырылған. Уларҙың араһында береһе һәм иң мөһиме – урындағы хәбәрселәрҙең эш хаҡын 25%-ҡа тиклем күтәреү. Бынан тыш, муниципаль телевидениелар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Мәҫәлән, Ишембай телевидениеһының да хәҙер мөмкинлектәре артҡан. Шул уҡ ваҡытта был канал беҙҙең Башҡортостан-24 телеканалы менән тығыҙ бәйләнештә. Эфир, баҫма, һанлы медиалар, заманса журналистика, милли киң мәғлүмәт саралары, биләмәләрҙе танытыу йүнәлештәре. Көн дауамында барған осрашыуҙар, әңгәмәләр быларҙың барыһы ла хәбәрселәргә, матбуғат вәкилдәренә Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларына киләсәктә яңы форматта эшләргә мөмкинлек бирә. “Медиайыйын” һуңында үҙ эшенең оҫталары бүләкләнде.