Өфөлә Башҡортостандың данлы улы Даян Мурзинға һәйкәл асылды

Өфөлә Башҡортостандың данлы улы Даян Мурзинға һәйкәл асылды.

Уны асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашты. Тантанаға йыйылыусылар алдында сығыш яһап Радий Фәрит улы “ҡара генералға” һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән сыҡҡан республика прокуратураһына рәхмәт белдерҙе. Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин билдәләүенсә, геройҙар тураһында һәр кемдең белеүе мотлаҡ. Шуға ла прокуратураның гитлерҙың шәхсән дошманы Даян Мурзинға һәйкәл асыу тәҡдиме һәр яҡлап хуплауға лайыҡ. “Ҡара генералдың” ейәне был мөһим сараға ҡағылышы булған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.