“Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгәндәргә 50 мең һум түләнә

Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ ҡатындарға 50 мең һум аҡса түләнә башлай.

Ошо тәртипкә ҡағылған указға Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. “Әсәлек даны” миҙалы һәм уға тейеш танытма менән Башҡортостанда йәшәгән һәм биш йә унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындар бүләкләнә. Награда алғанда бер тапҡыр түләнә торған аҡса күләме әлегә тиклем 17 241 һум ине. Хәҙер сумманың күләме 50 мең һумға еткерелә. Ошо туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет порталында баҫылып сыҡты.