Ямғыр һыуы баҫа

Өфөлә ямғыр һыуы баҫыу осраҡтары тураһында мәрәжәғәттәр теркәлә башланы. Башҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, аҙна буйы туҡтамай яуған ямғырҙар сәбәпле биләмәләрҙе һыу баҫа.

«Алты осраҡ күҙәтеүгә алынған: дүрт биләмә Ленин районында, берәр осраҡ Дим һәм Калинин райондарында теркәлгән. Мәғлүмәт махсус хеҙмәттәргә тапшырылған. Ленин районында һыу баҫҡан урындарҙан һыуҙы һурҙыртыу эштәре ойошторолған. Был эшкә райондың коммуналь хеҙмәттәре, граждандарҙы яҡлау идаралығы эҙәрмән-ҡотҡарыу отрядының шәхси составы һәм йыһаздар йәлеп ителгән. Барыһы 600 кубометрҙан ашыу һыу һурҙыртылған», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Ямғырҙар иһә туҡтамай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы көтөлә. Ямғыр, көндөҙ урыны менән йәшенле ямғырҙар яуа. Ел төнъяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә, урыны менән, 18 метрға тиклем етеп, киҫкен иҫә. Һауа температураһы төндә +10,+12, көндөҙ +16,+18 градус.