8 июндә Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә туҡтамай яуған көслө ямғырҙар йылғаларҙың ташыуына килтереү хәүефе бар.
«Башҡортостан Республика биләмәһендә яуған көслө яуым-төшөм кесе һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүенә булышлыҡ итте. 9 июндән 14-нә тиклем дала һәм тау йылғалары менән уларҙың ҡушылдыҡтарының ярҙарынан сығыуы һәм гидротехник ҡоролмаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе күҙаллана», — тип хәбәр ителә.
Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, уйһыу урындарҙа Әй, Йүрүҙән, Ләмәҙ, Инйәр, Эҫем йылғалары һәм уларҙың кесе ҡушылдыҡтары буйын һыу баҫыуы ихтимал.
Мәғлүм булыуынса Башҡортостанда бер аҙнала яуым-төшөмдөң бер айлыҡ нормаһы яуҙы.
Йылғалар таша
Башҡортостанда йылғаларҙа һыу кимәле артыуы ихтимал. Был иҫкәртеү көслө ямғырҙар яуыуға бәйле.