Башҡортостан Луганск республикаһына бизнес-миссия йүнәлтә

Башҡортостан Луганск республикаһына бизнес-миссия йүнәлтә

Ошо хаҡта Радий Хәбиров Луганскиҙа республиканың етәксеһе Леонид Пасечник менән осрашыу барышында белдерҙе. Рәсми эш сәфәре июндең икенсе яртыһында планлаштырыла. Бизнес-миссияның төп маҡсаты сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм башҡа даирәләрҙә хеҙмәттәшлекте яйға һалыу. «Башҡортостан менән Донбасс халыҡтарының дуҫлығы тарихи тамырҙары менән билдәле. Беҙҙең олатайҙар Бөйөк Ватан һуғышында Луганск ерен азат итер өсөн иңгә-иң терәп яуға барған. Бөгөн дә нацизмға ҡаршы бергәләп көрәшәбеҙ. Беҙ Красный Лучҡа ярҙам итер өсөн бар тырышлыҡты һалабыҙ, табип һәм төҙөүселәрҙең бер төркөмөн юллайбыҙ, улар кешеләргә емерелгән биналарҙы тергеҙергә булышлыҡ итер. Ошо маҡсатта гуманитар конвой составында беҙ Луганск халыҡ республикаһына асфальт заводын, төҙөлөш техникаһын һәм медицина йыһаздарын тапшырҙыҡ», — тине Радий Хәбиров. Урында был эште Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов ойошторасаҡ. Леонид Пасечник үҙ сиратында «Рәсәй төбәктәре беҙҙең ҡала һәм райондарға ярҙам иғлан итте. Башҡортостан тәүгеләрҙән ярҙам ҡулын һуҙҙы. Һеҙҙең менән беҙ инфраструктураны тиҙерәк тергеҙербеҙ, халыҡҡа ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға ярҙам итербеҙ, тип ышанам», тип белдерҙе.