199 бала һәм 10 оҙатыусыны Өфө тимер юл вокзалында ирекмәндәр, аниматорҙар һәм республика хөкүмәте вәкилдәре ҡаршы алды. Уҡыусылар «Йәшел имәндәр» балалар ял үҙәгенә юлланды. Башҡортостанда уҡыусылар 21 көн ял итәсәк. Уларға республиканың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт ойоштороласаҡ. Йәйге миҙгелдә Луганск Халыҡ Республикаһынан балалар өсөн 8 заезд эсендә бөтәһе 1000-дән ашыу баланың ялын ойошторолоу ҡаралған. Йыл аҙағына тиклем ЛНР-ҙан оло йәштәге 300-ләгән кеше республика шифаханаларында шифахана-курорт дауаланыу аласаҡ.
Башҡортостанға Луганск халыҡ республикаһынан балалар ял итергә килде
Башҡортостанға Луганск халыҡ республикаһынан балалар ял итергә килде