Ниһәйәт, төҙөүселәр тау аҫтынан юл ярып артабанғы эштәрен еңеләйтте. Хәҙер Өфө йылғаһы яғынан Салауат Юлаев проспектына тиклем үтәнән үтә сығырға мөмкин. Был ысын мәғәнәһендә тарихи мәл, сөнки тоннель осонда яҡтылыҡ күренһен тип төҙөүселәргә көндө төнгә ялғап әллә күпме ай эшләргә тура килде. Тау аҫтында ошо юл ярылһын өсөн 100 меңгә яҡын кубометр ер сығарылған. Хәҙер инде тоннель төҙөү оҫталары стеналарҙы бетон менән нығыта башлай. Төньяҡ тоннелдә ике яҡлап уйылған юлдар осрашты. Бер аҙ таҙартып, бетон менән нығытылғас был юлдан Өфө йылғаһы яғынан Салауат Юлаев проспектына тиклем йәйәү генә түгел, махсус техника менән дә үтәнән үтә сығырға мөмкин. Был төҙөлөш материалдарын һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдарҙы ташыуҙы күпкә еңеләйтә.Тоннель көнсығыш сығыу юлында барған күләмле эштәрҙең бер өлөшө генә. Бер үк ваҡытта Өфө йылғаһы аша күпер һәм эстакада төҙөү дауам итә. Башҡаланың көнсығыш сығыу юлының оҙонлоғо 14 километр тирәһе. Атап әйткәндә, Өфө аша үткән был транспорт коридоры М-5 һәм М-7 трассаларын тоташтыра. Ә автомобиль ағымы был юл аша киләһе йыл аҙағына ебәрелер, тип көтөлә.
Көнсығыш сығыу юлын төҙөү яртылаш тамамланды тиерлек
Көнсығыш сығыу юлын төҙөү яртылаш тамамланды тиерлек