Рәшит Ҡоҙашев Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуға ҡарамаҫтан, закон буйынса ҡаралған пенсияһын ҡулына ала алмай. Пенсия Фонды был хәлгә ниндәй аңлатма бирә? Рәсәй Федерацияһы ватандашы икәнлеген танытҡан документ бар, ә пенсия юҡ. 68 йәшлек Рәшит Ҡоҙашевҡа ноябрь айынан алып аҡса түләнмәй. Рәшит Ҡоҙашев Үзбәкстанда тыуып үҫкән. Шунда уҡ белем ала, ғаилә ҡора. 2008-се йылда күсеп килгәс Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын ҡулына ала. Тик теркәлеү Үзбәкстанда булып сәбәпле, пенсия туҡтатылды, ти ул.Ғәҙеллекте асыҡлар өсөн төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарай ир — әммә һөҙөмтәһеҙ. Һаулыҡ та ярайһы уҡ ҡаҡшаны, инфаркт кисерергә тура килде, ти ул. Дауахананан сыҡҡас, табиптар ҡушҡан дарыуҙарҙы ла алыу мөмкинлеге юҡ. Пенсия алыр өсөн ул Үзбәкстандағы фондҡа мөрәжәғәт итергә тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан республикаһының Пенсия Фонды вәкиле. Элек Рәсәй гражданы сит илгә күсеп китһә, аҡсаһы уның иҫәбенә күсерелә барған. Был 1992-се йылдағы документтарҙан. Әммә хәҙер был пункт эшләмәй. Рәшит Ҡоҙашев Рәсәй ватандашы, шуға күрә ул пенсия алырға хоҡуҡлы, ти Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Заһир Хәкимов. Башҡортостандан яҡынса мең ярым пенсионерҙар сит илгә күсеп китеү сәбәпле ошондай уҡ проблемаға тап булған. Был мәсьәлә тулыһынса хәл ителгәнсе Рәшит Ҡоҙашев туғандары ярҙамына өмөт итеп йәшәргә мәжбүр. Ошо арала ул судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.
Һигеҙ ай пенсияһыҙ
Һигеҙ ай пенсияһыҙ