Ватан нимәнән башлана?

Ватан нимәнән башлана?”

Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы иғлан иткән “Ватан нимәнән башлана?” патриотик йырҙар конкурсында Башҡортостандан 3 ҡатнашыусы һайланды. Улар 1-се кластан таныш. Уҡыуҙа ла һынатмай, тик яҡшы билдәләргә өлгәшәләр. Һәр береһе музыка мәктәбендә уҡый. Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейында 8 йыл элек ата-әсәләр теләге буйынса “Аксиома” вокал-инструменталь ансамбле ойошторола. Хәҙер “Аксиома” ансамблендә төрлө кластан уҡыусылар ҡатнаша. Ә төркөмгә ижадҡа ғашиҡ әсәйҙәр етәкселек итә. Улар ҙа заманында музыка мәктәбен тамамлаған. Төрлө һөнәр эйәләре булһа ла, ваҡыт табып репетициялар үткәрә. Район, ҡала конкурстарында ҡатнашып, урындар яулайҙар. “Аксиома” вокал-инструменталь ансамбле Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы иғлан иткән патриотик йырҙар конкурсында төбәк этабын үтеп, финалға сыҡты. Төркөм “Ватан нимәнән башлана?” фестивалена Виктор Цойҙың “Кукушка” йырын тәҡдим итте. “С чего начинается родина” легендар йыр, үткән быуаттың 68-се йылдарында “Щит и меч” кинофильмында тәүге тапҡыр яңғырай һәм әле лә Рәсәй халҡының яратҡан йырҙарының береһе. Ватан, тыуған ил кемдер өсөн дала һәм яландар, кемгәлер ҡарлы тауҙар һәм йәйрәп ятҡан күлдәр, ҡуйы урмандар.Рифмир Хөснөтдинов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты вокал ансамбле солисы. Тәрбиәүи эштәр буйынса бүлек инспекторы буш ваҡытында хеҙмәткәрҙәре, курсанттар менән концерттарға әҙерләнә. Ә республикала уҙғарылған патриотик саралар уларһыҙ үтмәй. Ансамблдең репертуарында Ватан, илһөйәрлек тураһында йырҙар байтаҡ. “Ватан нимәнән башлана?” телемарафонына еңеүселәр халыҡ тауыш биреүе аша һәм профессиональ жюриҙар баһалауы буйынса һайланды. Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһында 14 төбәктән 2-шәр ҡатнашыусы финалға үтте. Башҡортостандан иһә улар өсәү — ике ансамбль һәм 1 яңғыҙ йырлаусы марафонда сығыш яһаясаҡ.Өсөнсө финалист — Илеш районынан 13 йәшлек Илнар Ғилметдинов. Бәләкәй сағынан тәүҙә туғандары һәм яҡындары алдында, һуңынан ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, тамашасы күңелен әсир итә. Илнар үҙенең йыр буйынса педагогы Ландыш Ғабдуллина менән һәр сығыш алдынан тауыш асыу күнекмәләрен башҡара. Быйыл ул Өфөлә ойошторолған “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” конкурсында 8-се тапҡыр ҡатнаша, уның сығышы һәр ваҡыт юғары баһалана һәм финалға сыға. Ә бына Рәсәй кимәлендәге конкурста ул беренсегә үҙен һынап ҡарай.Моңло тауышы нәҫел бүләге, егеттең әсәһе, олатай-өләсәләре лә йыр-моңға әүәҫ кешеләр. Мәктәптә ул тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, буш ваҡытында һүрәт төшөрә, хоккей менән шөғөлләнә. Илнарҙың үҙ-үҙенә ышаныуы, дәрте төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яуларға ярҙам итә. “Ватан нимәнән башлана?” патриотик йыр фестивалендә финалға сығыусылар телемарафонған клип әҙерләне. “Аксиома” вокал-инструменталь ансамбле, Өфө юридик институты вокал ансамбле һәм Илеш егете Илнар Ғилметдиновтың музыкаль әҫәрҙәре 12 июндә – Рәсәй көнөндә Смотрим.ру платформаһында, Рәсәй 1, Рәсәй 24, Башҡортостан 24 телеканалдарында һәм беҙҙең холдинг радиоканалдарында 12 сәғәтлек телемарафонда күрһәтеләсәк.