Өфө кисәге ҡойма ямғырҙан һуң бер нисә сәғәткә һыу эсендә ҡалды

Тулыраҡ: Өфө кисәге ҡойма ямғырҙан һуң бер нисә сәғәткә һыу эсендә ҡалды

Көтөлмәгән яуымды хатта юлдар ҙа күтәрә алманы. Социаль селтәрҙәр һыуҙы йырып барған автомобильдәрҙең видеолары менән бергә аҡтарылған асфальт һәм канализация торбаларынан урғылған фонтан фотолары менән тулған. Ҙур һыу арҡаһында Пугачев урамында тығындар барлыҡҡа килде, шаһиттар билдәләүенсә, Йәшел сауҡалыҡтан төшкән юлдарҙа, Армавир һәм Колгуев урамдарында ташҡын асфальт киҫәктәрен аҡтарып ағыҙып алып киткән. Октябрь Проспектында, Өфө универмагы янында асфальт тура мәғәнгәһендә ҡабарып сыҡҡан, тағы ла бер-нисә урында уймаҡланып соҡор барлыҡҡа килгән. Ә Дуҫлыҡ Монументы янында канализация торбаларына һыймаған һыу ер өҫтөнә фонтан булып урғылған. Ямғырҙың был тиклем көслө булырын бер кем дә фаразламаған, белгестәр билдәләүенсә, көндөң эҫе булыуы арҡаһында пар кинәт күтәрелә, ул хатта 10-12 саҡтрымға тиклем менә, унан һыуынып шунда уҡ ямғыр булып ҡоя. Тимәк синоптиктарға бындай тәбиғәт күренештәрен алдан фаразлауы ауырға төшә. Икенсенән, аномаль хәлдәр алдағы йылдарҙа йыш ҡабатланыуы ихтимал. География фәндәре кандидаты Инбир Яппаров билдәләүенсә, был 60 йыл һайын алышына торған тәбиғәт циклының береһенән икенсеһенә күсеү осоро менән бәйле.Шул уҡ ваҡытта синоптиктар алдағы көндәрҙә яуым-төшөмдөң артасағы хаҡында иҫкәртә.