Карелиялағы фажиғәнән һуң, йәйге лагерҙарҙы тикшереү башланды

Тулыраҡ: Карелиялағы фажиғәнән һуң, йәйге лагерҙарҙы тикшереү башланды

Республикала төрлө ведомство белгестәренән 25 мобиль төркөм булдырылған. Дүрт көн эсендә улар балалар ял иткән барлыҡ учреждениеларҙы ҡарап сығып, булған етешһеҙлектәрҙе асыҡларға тейеш. Беҙҙең хәбәрселәр ҙә Өфө районында урынлашҡан лагерға барып, балаларҙың ялы ниндәй кимәлдә ойошторолоуын ҡараны. Туғыҙ йәшлек Данил әлегә йөҙә белмәй. Шуға ла лагерҙағы инструктор малайға һыуҙа йөҙөү дәрестәрен үткәрә. Ә һигеҙ йәшлек Самираны әсәһе йөҙөргә өйрәткән дә инде. Һыуҙа арыһа, хәле бөтһә, арҡаға ятып ял итеп алырға була икәнен дә белә. “Березка” лагерында берҙән-бер һыу ятҡылығы – ул ошо бассейн. Уның тәрәнлеге лә метр тирәһе. Шулай ҙа һыуҙағыларға өс инструктор һәм һәр төркөмдөң вожатыйҙары күҙ ҡолаҡ булып тора. Балаларға ярҙам кәрәк була ҡалһа, бассейн эргәһендә медицина хеҙмәткәре лә бар.23 гектар майҙанды тәшкил иткән лагерҙың биләмәһе тулыһынса тимер рәшәткәле ҡойма менән уратылған. Ҡапҡалар йоҙаҡ менән бикле. Тәүлек әйләнәһенә һаҡсылар ҙа эшләй. Ә балаларға инеп-сығыр өсөн ата-әсәләрҙән махус ғариза кәрәк.Лагерҙа ял итеүселәр араһында балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр ҙә, төрлө ғаиләләрҙән ауыр балалар ҙа бар. Улар күңелһеҙ хәлгә тарымаһын өсөн тәү сиратта, ҡыҙыҡһындырыу мөһим, ти вожатыйҙар. Карелиялағы фажиғәнән һуң, йәйге лагерҙарға иғтибар көсәйҙе. Беҙҙең республикала төрлө ведомстволарҙан төҙөлгән 25 мобиль төркөм 4 көн эсендә балалар ял иткән учреждениеларҙы тикшеререргә тейеш. Белгестәр, тәү сиратта, педагогтарҙың квалификацияһы, йәшәү шарттары һәм ял итеү программаһының йөкмәткеһе буйынса ҡарай. Әлегә санитар-гигиеник талаптар буйынса ғына етешһеҙлектәр табылған. Ғөмүмән, лагерҙар эш башлар алдынан уҡ тейешле кимәлдә тикшерелгән. Шуға күрә, ҙур тәртип боҙоуҙар асыҡланмаҫ, тип өмөт итә мәғариф министрлығы вәкилдәре.