Башҡортостан Ҡытайҙа вәкиллек аса

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәйҙең Ҡытай халыҡ республикаһында эшләгән сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан офисын асырға ниәтләй.

Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков Ҡытай халыҡ республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Чжан Ханьхуэй менән осрашыу барышында белдерҙе.

Башҡортостандың Ҡытай менән хеҙмәттәшлеге бөгөн үтә лә мөһим. Үҙ-ара күләмле тауар әйләнешенә ҡарамаҫтан, ә ул 2021 йылда 985,7 миллиард долларға еткән, беҙ башҡа төр тармаҡтарҙы ла үҫтерәбеҙ. Миҫал итеп мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте килтерергә мөмкин – Башҡортостанда Ҡытайҙан килгән 150 студент юғары белем ала, тине Сергей Греков.

Греков билдәләүенсә, донъяла килеп тыуған хәлдә төбәктә күберәк ҡорамалдар һәм запас частар талап ителә, шуға ла Башҡортостан яңы иҡтисади сылбырҙар ҡороу, инвестициялар йәлеп итеү һәм яңы партнерҙар табыу маҡсатында Ҡытайға хеҙмәткәрҙәр юллай.