Фехтование үҙәген төҙөргә ер биләмәһе бирелде

Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы төбәктә фехтование үҙәген төҙөү маҡсатына ер майҙаны бүлеп бирҙе.

Ошо туралағы мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында баҫылып сыҡты.

– Көнэлгәре раҫланған проектҡа ярашлы бинала ике киң ҡулланыштағы, ике махсус зал, кейенеү бүлмәләре, һаулыҡ тергеҙеү үҙәге ҡаралған, – тип белдерҙе республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Үҙәктә шулай уҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе заманса системалар урынлаштырыласаҡ. Улар иҫкәртеү һәм эвакуация системаһы менән тулыландырылған.

Бынан тыш бинаның тышҡы биләмәһендә күп функциялы спорт кәртәһен урынлаштырыу, йүгереү юлдарын һалыу ҡарала. Үҙәктә Башҡортостан фехтованиеһы тарихын танытҡан музей асыу ниәте лә бар.

Ер участкаһы Өфөнөң 450-йыллығы уңайынан объекттар төҙөлөшө, төҙөкләндереү, яңыртып ҡороу, капиталь ремонт яһау сараларын бойомға ашырыу маҡсатында бүленә. Ер майҙаны башҡаланың Ленин районы капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһына тапшырылды.