Синоптик һүҙҙәренсә, киләһе оҙайлы ял көндәрендә ҡулсатыр һәм резина итектәр тураһында оноторға ярамай, сөнки йылы һәм ҡоро һауа торошо көтөлмәй.
«Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ямғырҙар һаҡлана. Ел төнъяҡ-көнбайыштан, киҫкен. Һауа температураһы төндә +8, +13, көндөҙ аяҙытҡанда +17, +22 градус. Ҡала көнөндә, 12 июндә, һалҡын була: һауа температураһы төндә +7, +12 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ +14, +19 градус булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ә 14 июндән көндәрҙең 25 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә, яуым-төшөм кәмей», — тип белдерҙе Вилора Горохольская «Рәсәй 24. Башҡортостан» телеканалы эфирында.