Башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивален уҙғарыуға әҙерлек эштәрен Баймаҡ районы ойошторҙо.
«Башҡорт аты» төбәк фестивале йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү һәм кәсептәр, бәйге йолаларын һаҡлау, үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт аты көнөн булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хуплауын белдерҙе һәм тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, байрамды йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә үткәрергә ҡарар ителде.
Баймаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендә ошо үҙенсәлекле фестивалде уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте.