"Өфө уттары" 14 июнь: ҡунаҡта - табип Фәнил Шәмиғолов

19-сы июндә медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.

"Медицина – ул сәнғәт", — тигән бөйөк Гиппократ. Аҡ халатлы, аҡ күңелле бөйөк һөнәр эйәләре быйыл үҙ байрамын 19-сы июндә билдәләй.

Бөгөн, 14-се июндә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барасаҡ "Өфө уттары" тапшырыуы ошо датаға арнала.

Студия ҡунағы — Дим биҫтәһендәге клиник дауахананың баш табибы, профессор, Пирогов исемендәге награда менән бүләкләнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Фәнил Шәмиғолов.

Әңгәмә Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта башлана.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн ("Whatsapp"): 8-919-617-96-41