Һабантуйҙа кемдәр эсә?

Һабантуйҙа кемдәр эсә?

Башҡортостан Башлығының ҡарары үтәлмәй, башҡалала барлыҡҡа килгән яңы ял урынына барыуы ҡатмарлы, халыҡ эҫе һыуһыҙ интегә, кешеләр емерек юлдарға, үлән баҫҡан газондарға һәм тирәк мамығына зарлана. Радий Хәбиров ҡала райондарҙа төҙөкләндереү эшен көсәйтергә ҡушты. Оҙон һәм ваҡиғаларға бай аҙнаның ыңғай саралары ҡайһы бер кире күренештәрҙе асыҡланы. Рәсәй көнө һәм Өфө байрамында асылған Ҡашҡаҙан паркы башҡаланың Сипайлово биҫтәһен төпкөл урын тип таныта яҙҙы. Яңы ял урынындағы ғәжәйеп фонтанды тамаша ҡылырға теләгән халыҡ юл тығындары һәм йәмәғәт транспорты проблемаларына тарыны. Ошо зарын улар социаль селтәрҙәрҙә теркәгән. Республика башлығы микрорайонға автобус рейстарын йышайтырға ҡуша.Социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская үткән аҙнала юл ремонтлау, газон сабыу һәм тирәктәрҙән осҡан мамыҡ тураһында мөрәжәғәттәр күбәйҙе, тип белдерә. Муниципалитеттарҙың был тәңгәлдә әүҙемлеген Радий Хәбиров торлаҡ коммуналь-хужалыҡ өсөн быйыл һатып алынған яңы техниканы файҙаланыу иҫәбе буйынса баһаларға тәҡдим итә. Ә бына фатирҙарҙа эҫе һыуһыҙ түҙеп торорға тура киләсәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы киләһе йылытыу миҙгеленә етди әҙерлек алып бара. Был маҡсатҡа быйыл биш миллиард ярым һум аҡса бүленгән. 1645 ҡаҙанлыҡ, йөҙәр километр һыуүткәргес һәм йылылыҡ торбаларын яңыртыу көтөлә. Әлеге мәлгә ҡышҡылыҡҡа әҙерлек республика буйынса уртаса 32 процентҡа үтәлгән. Ихаталарҙы ташландыҡ автомобилдәрҙән таҙартыу, юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау кеүек көнүҙәк эштәр дауам итә. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостанда автомобилен газонда ҡалдырған водителдәр һаны кәмей. Юстиция буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле ошоға бәйле административ тәртип боҙоуҙар иҫәбе үткән йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа кәмене, тип белдерҙе. Авто хужалары республика башлығы талабын күндәм үтәһә, ҡайһы бер муниципалитет етәкселәренең ҡарарҙарҙы инҡар итеүе асыҡланған. Радий Хәбиров һабантуйҙа иҫерткес эсемлектәр һатыу осраҡтары тураһында мәғлүмәт алған. Республика биләмәһендә аттракцион хеҙмәттәрен күрһәткән эшҡыуарҙар менән дә оҙаҡ һөйләшмәҫкә саҡыра төбәк етәксеһе. Ростехнадзорҙың Башҡортостан идаралығы балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн бар талаптарҙың үтәлешен тикшергәс кенә бындай эшмәкәрлеккә рөхсәт бирергә тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостандың дүрт районы коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны ҡабаттан яһатыу күрһәткестәре буйынса ҡыҙыл зонала ҡала, тип белдерҙе. Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары менән Өфө һәм Асҡын райондарында ревакцинацияны бер процентҡа тиклем генә кеше үткән. Дөйөм күрһәткес – ыңғай. Диспансеризация иһә республика буйынса 40 процентта башҡарылған. Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендәге тәү медицина звеноһын модернизациялау программаһы буйынса Башҡортостан дауаханалары бер миллиард 366 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк. Радий Хәбиров төбәктә төҙөлөш хәлендәге дауаханаларҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу бурысын хәтергә төшөрә.Оператив кәңәшмәлә башланған эш аҙнаһына бурыстар ҙа барланды. Июндең 15-нән 18-нә тиклем Санкт-Петербурта Халыҡ-ара иҡтисади форум үтә. Башҡортостан мәртәбәле сараға эшлекле программа әҙерләй, осрашыуҙарҙа транспорт, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарына ҡағылған мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар, килешеүҙәр көтөлә. Иҡтисади форум майҙанында Башҡортостан әңгәмәләр бүлмәһен Кa-32А11ВС вертолеты ҡиәфәтендә ҡорорға, ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу рестораны һәм цифралы тирмә менән һоҡландырырға ниәтләй. Ваҡиғалар республиканың киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан матбуғаты хеҙмәткәрҙәре 14 июндә һөнәри байрамын билдәләне. Һәм ошо уңайҙан Республика башлығының тәбрик һүҙҙәрен ҡабул итте.