Башҡортостанда матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде

Башҡортостанда матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде

Теүәл 105 йыл элек ошо көндө Ырымбурҙа башҡорт милли газетаһы баҫыла башлаған. “Башҡортостан” гәзите республика район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте менән таныштыра. Республиканың төп баҫмаламарының береһенең эшмәкәрлеге, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге менән хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов танышты. Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина республиканың төп баҫмаһында инде 18 йылдан ашыу эшләй. “Башҡортостан” –халыҡ гәзите, ти ул. “Башҡортостан” – халҡыбыҙ тормошоноң барлыҡ өлкәләрен дә яҡтырта, был – уның мәртәбәһе лә, өҫтөнлөгө лә. Баҫма йыш ҡына халыҡ өсөн файҙалы һәм фәһемле махсус биттәр менән байытыла. Хаттар бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ғәҙәттәгесә, гәзит уҡыусылар иң яҡын дуҫтар һәм кәңәшселәр. Ай һайын республиканың төрлө район-ҡалаларын бер-нисә тиҫтә хат килә. Тап уларҙың һорауы буйынса ҡайһы бер элекке рубрикалар тергеҙелә, яңылары барлыҡҡа килә. “Башҡортостан” гәзите дәүләтселегебеҙҙе билдәләгән баҫма, республика матбуғаты йүнәлешенә нигеҙ һалыусы ла. Ул тәүге һандарынан башлап, ниндәй генә теманы яҡтыртмаһын, уларға милли күҙлектән бағып, халыҡтың мәнфәғәтен, рухын яҡтыртыуға арнай.Заман талаптарына ярашлы гәзиттең йөкмәткеһе лә, биҙәлешә лә үҙгәрә. Башҡорт телендә баҫтырылған республиканың төп баҫмаларының береһе “Башҡортостан” гәзите аҙнаһына ике тапҡыр ике форматта сыға. “Башҡортостан” гәзите теүәл 105 йыл элек, 1917 йылдың 14 июнендә Ырымбурҙа нәшер ителә башлаған. Хәҙер инде был көн тотош башҡорт милли матбуғатына нигеҙ һалған көн, Матбуғат байрамы итеп билдәләнә. “Башҡортостан” гәзитенең Башҡортостан тарихында роле ҙур. Тотош бер быуатты — йөҙ йыллыҡты үҙенә һыйҙарған ваҡиғала тарихыбыҙ яҡтыртыла. Сөнки ил, республика, халыҡ ни күргән — шуның менән йәшәгән һәм йәшәй “Башҡортостан” гәзите.