Көйөргәҙе районында иҫерек водитель дәүләт инспекторҙарын туҡмаған

Көйөргәҙе районында иҫерек водитель дәүләт инспекторҙарын туҡмаған

Бынан тыш, ул патруль машинаһында беркетелгән видеотеркәүесте ватҡан. Ошо турала видео һаҡланған һәм ҡуҙғатылған енәйәт эшенә беркетелгән. Дәүләт инспекторҙарының машинаһын күреп ҡалғас, водитель тиҙ генә туҡтамай әле. Полиция хеҙмәткәрҙәре һорап та өлгөрмәй, руль артында ултырған ир үҙе тиҙ генә документтарын бирә һала.Инспекторҙар алкоголь еҫен һиҙеп ҡалғас, водителде автомобиль менән идара итеүҙән ситләтә һәм медицина тикшереүе үтергә тәҡдим итә. Патруль машинаһына ултырғас ир үҙен агрессив тота башлай. Тәүҙә уға видеотеркәүес оҡшамай.Һуңынан янында торған икенсе инспектор ҙа оҡшамай башлай.Был ир уйы буйынса, уның кеүек водителдәрҙе ҡулға алырға ярамай – сөнки ишле ғаилә башлығы һәм өйҙә уны ҡатыны көтә. Асыуынан ир ҡоторона башлай... Тәүҙә бер инспекторҙың битенә һуғырға теләй.Һуңынан икенсеһенә...Һәм тағын видеотеркәүес иҫенә төшә...Камера ватыла. Һәм шул ваҡытта инспекторҙар ғауғалы водителгә бығау кейҙерергә була. Әммә ир бирешмәй һәм хатта тибешә башлай.Көстәр бер тигеҙ түгел шул. Һөҙөмтәлә эсеп алған ишле ғаилә башлығын административ яуаплылыҡҡа ла тарттыралар. Шулай уҡ уға ҡарата енәйәт эше асылған. Медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡаны өсөн ирҙең водитель таныҡлығы тартып алына һәм 30 мең һум штраф һалына. Ә бына полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткәне өсөн уны ысынлап та төрмәгә ябыуҙары ихтимал. Көйөргәҙе районынан күп балалы атай хәҙер енәйәт эше буйынса судты өйөндә – яҡындары янында көтәсәк. Уға бер ҡайҙа ла сығып йөрөргә рөхсәт ителмәй.