Марыйҙар Семык байрамын билдәләне

Марыйҙар Семык байрамын билдәләне

Краснокама районында 9 меңдән ашыу марый йәшәй. Ошо көндәрҙә Ҡуян ауылында был халыҡтың төп байрамы — Семык үтте. Уны Пасханан һуң 7 аҙна үткәс уҙғаралар. Йәй етеүен билдәләүсе байрамды беҙҙең хәбәрселәр ҙә барып күрҙе. Һый-хөрмәттән табын һығыла. Ашҡабаҡтан бөйөрөҡ, тары ярмаһынан ҡыҫтыбый, ҡоймаҡтар... Был ризыҡтар милли марый табынының нигеҙе. Ҡуян ауылында йәшәүсе Ира Акитарова уларҙы бер көн алдан әҙерләп ҡуйған. Семык байрамы көнсығыш славяндарынан килә. Пасханан һуң 7 аҙна үткәс, Троица аҙнаһында уҙғарыла. Был көндә мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, уларҙың фатихаһын алыу зарур.Байрамдың тағы бер шарты-был көндө мунса яғырға кәрәк. Марий халҡы унда мәрхүмдәрҙең йәндәрен саҡыра, уларҙың һәр береһен исем-шәрифтәре менән хәтергә ала, шартлы рәүештә сабындырып оҙаталар. Аҙаҡ үҙҙәре ап-аҡ кейемгә төрөнөп йөрөйҙәр.Иҫкә алыу йолалары әкренләп күңел асыуға күсеп китә. Семык- марийҙарҙың йәй етеүен күрһәтеүсе, йәйҙе башлаусы милли байрамы. Ҡуян ауылына тантанаға Башҡотостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар йыйылған. Һый-ниғмәттән күҙҙәр ҡамаша. Тыныс ҡына үтерлек түгел, Һәр береһен ентекләп өйрәнге, ашап ҡарағы килә.Марий халҡын Европаның иң һуңғы мәжүсиҙәре тип атайҙар. Был көндө марий жрецтары, онаендар Изге сауҡалыҡта тәбиғәт көстәренән ямғырҙар миҙгеле тамамланыуын, йылы йәй килеүен һорап ғибәҙәт ҡылды. Хужалыҡ эштәрендә аҡһаҡалдарҙың роле ҙур. Ҡасан яландарҙа сәсеү башларға, ҡасан уңыш йыя башларға -улар менән кәңәшләшәләр.Краснокама районында бөгөн 9 меңдән ашыу марий йәшәй. Байрам бер ауылдан икенсеһенә күсеп бер нисә тапҡыр үткәрелә.2022 йыл — Рәсәй халҡының мәҙәни мираҫы йылы. Ошо байрамдар нигеҙендә марий халҡы йылдар дауамында һаҡланған йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен быуындан быуынға күсерә килә.