Батырлыҡ үлемһеҙ

Тулыраҡ: Батырлыҡ үлемһеҙ

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Рәсәй Мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса Идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Латипов менән осрашты. 2019-сы йылда Башҡортостан АССР-ы ойошторолғанға йөҙ йыл тула. Ошо уңайҙан Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрен үткәреүгә әҙерлек башлана. Республикала үтергә тейеш йәнә бер мәртәбәле мәҙәни сара – 2020 йылда Бөтә Донъя фольклориадаһына ла әҙерлек федераль министрлыҡ менән берлектә алып барыла. Осрашыуҙа шулай уҡ Өфө дәүләт циркында реставрация-төҙөкләндереү эштәрен йәйелдереү һәм Бөрөлә мәҙәни үҫеш үҙәген булдырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Латипов республикаға генерал-майор Миңлеғәли Шаймуратовҡа 1943 йылда бирелгән Ҡыҙыл Йондоҙ Орденын һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһындағы архив материалдарын тапшырҙы.