Санкт-Петербурта Халыҡ-ара иҡтисади форум башланды

Санкт-Петербурта Халыҡ-ара иҡтисади форум башланды

Башҡортостан мәртәбәле сараға эшлекле программа әҙерләгән, осрашыуҙарҙа транспорт, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарына ҡағылған мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар, килешеүҙәр төҙөлөр, тип көтөлә. Иҡтисади форум майҙанында Башҡортостан әңгәмәләр бүлмәһен Кa-32А11ВС вертолеты ҡиәфәтендә ҡороп, ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу рестораны һәм цифралы тирмә менән һоҡландырасаҡ. Башҡортостандың рәсми делегацияһы Петербургтағы иҡтисади форумда 65 миллиард һумға 31 килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй.