Республикала халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы дәүләт саралары индерелә

Республикала халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы дәүләт саралары индерелә

Ҡулланыусылар баҙары, сәнәғәт һәм хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло. Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Республикала киләһе йыл башынан халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы дәүләт саралары индерелә. Баҡсаһында һәм шәхси ярҙамсы хужалығында йәшелсә үҫтергән үҙмәшғүлдәрҙең сығымдарына субсидия ҡарала. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика ошо маҡсатты бойомға ашырыр өсөн федераль бюджеттан 200 миллион һумға тиклем аҡса алырға иҫәп тота. Радий Хәбиров дәүләт ярҙамының яңы төрө тураһында төбәктә мәғлүмәти-белешмә эшен ойошторорға ҡушты. Магазин һәм дарыуханаларҙа хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡала. Мәсьәләне күҙәтеүгә алған министрлыҡтар сауҙаны даими тикшереүгә алған. Радий Хәбиров ҡулланыусылар баҙарындағы тотороҡлоҡто иҫәпкә алып хаҡтар мониторингын көндәлек тәртиптән аҙналыҡ форматҡа күсерергә рөхсәт итте. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың белдереүенсә, илдә һәм төбәктә тауар дефициты юҡ. Сәнәғәттә етештереү индексының ыңғай динамикаһы һаҡлана. Ҙур предприятиеларҙың күбеһе план күрһәткестәрен үтәй. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хеҙмәт баҙарында ла хәл ҡәҙимгесә. 14 июнгә республикала эшһеҙлек кимәле бер процент тирәһе.