Өфө ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә халыҡ көнитмешенә туранан-тура бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Көн ҡаҙағында-ревакцинация. Республика сирҙең көҙгө тулҡынына әҙер булырға тейеш, тип белдерҙе ултырышта медицина фәндәре докторы, профессор Дамир Вәлишин. Уның әйтеүенсә, миҙгелгә бәйле сирҙәр менән бергә коронавирус та баш күтәреүе ихтимал. Төп маҡсат-көҙгә тиклем ревакцинация үткән кешеләр һанын 90 процентҡа еткереү. Өфөлә әле коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло тип баһалана. Әммә пандемия барлыҡ сценарийҙарға ла әҙер булырға өйрәтте. Көҙгә табан хәл үҙгәреүе ихтимал. Яңы тулҡындан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы - коллектик иммунитетты һаҡлап ҡалыу. Бының өсөн ҡабаттан прививка эшләтеү мотлаҡ. Август аҙағына тиклем төбәк халҡының 90 проценты ревакцитнация үтергә тейеш.Ҡала хакимиәте башлығы юлдар торошо менән ҡәнәғәт түгел. Ҡала етәксеһе юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау һәм билдәләр һыҙыуҙы 1 июлгә тиклем тамамларға ҡушҡайны. Был эшкә йүнәлтелгән төп сығымдарҙан тыш, өҫтәмә рәүештә республика бюджетынан тағы 150 млн һум аҡса бүленгән. Әммә эш бер ҙә ырамай. Әлегә дөйөм пландың дүрттән-бер өлөшө генә үтәлгән.Ратмир Мәүлиев шулай уҡ велосипед һәм йәйәүлеләр өсөн юлдарҙа билдәләр юҡлығын билдәләп һауа торошона һылтанмай ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бойорҙо.Ҡала етәксеһе Башҡорт ихаталары программаһының үтәлеше менән дә ҡыҙыҡһынды. Быйыл был программа 15 ихата һәм 54 күп фатирлы йорт сиктәрендә бойомға ашырыла. Кәңәшмәлә Өфөнөң мәҙәни календарын булдырыу тәҡдим ителде. Ҡалала үтәсәк барыҡ мәҙәни саралар тураһында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары алдан белеп торорға тейеш, тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев.
Төп маҡсат-ревакцинация
Төп маҡсат-ревакцинация