Йәйге каникулды файҙалы үткәреп

Йәйге каникулды файҙалы үткәреп.

Башҡортостанда ун меңдән ашыу уҡыусы ваҡытлыса эшкә урынлашҡан. 14 йәште уҙыусылар ғына каникул мәлендә үҙаллы аҡса эшләй ала. Тик улар теләгән һәр эшкә урынлаша алмай. Мәшғүллек үҙәге үҫмерҙәргә ниндәй эш тәҡдим итә? Уҡыусыларҙың быға ҡарашы ниндәй? Балалар менән уртаҡ тел табыусылар ғына вожатый булып эшләй ала, ти Дим районының 103-сө мәктәбе уҡыусылары. Улар быйыл йәйге каникулды мөмкин тиклем файҙалы үткәрергә тигән бурыс ҡуйып, мәктәп программаһын тамамлағас та, уҡыу учреждениеһына эшкә урынлашҡан. 103-сө мәктәптә вожатыйҙар июндең аҙағына тиклем эшләй. Эш хаҡы яҡынса алты мең һум. Шулай уҡ мәктәптең баҡсаһын, ихата алдарын таҙартып та ярайһы уҡ килем сығарырға мөмкин. Каникул мәлендә “Үҫенте” фән, инновациялар һәм ижад үҙәгенә ваҡытлыса эшкә төшкән Рената Ғәбдиеваның хыялы-китаптар һатып алыу. Ул үҙәктәге хайуандарҙы тәрбиәләй, гөлдәргә һыу һибә. Көнөнә өс-дүрт сәғәт китә, ти ул. Уҡыусылар өсөн эшкә урынлашыу ауыр түгел. Ни бары теләк һәм кәрәкле документтар һорала. Уҡыу учреждениеларынан тыш, каникул ваҡытында промоутер, оператор, һатыусы, ашнаҡсы ярҙамсыһы булып та эшләргә мөмкин. Аделина Музипова ла йәй мәлендә аҡса эшләргә тигән теләк менән һатыу бүлеге белгесе булып ваҡытлыса эшкә урынлашҡан. Килемдән тыш, эш урынында дуҫтар ҙа табып өлгөргән ул.Быйыл Өфөлә эш тәҡдим итеүсе 13 ойошма уҡыусыларҙы урынлаштырырға теләк белдергән. Үҫмерҙәр үҙҙәре һайлаған эшкә керер алдынан махсус дәрестәр үтергә тейеш. Һатыу бүлеге белгесе булыр өсөн, мәҫәлән, дүрт ай уҡырға кәрәк. Эш хаҡы сәғәткә ҡарап түләнә. Артабан да ошо юҫыҡта аҡса эшләргә теләүсе уҡыусылар өсөн ишек һәр ваҡыт асыҡ, ти хеҙмәткәрҙәр. Уҡыусыларҙы эшкә алғанда, ойошма етәкселәре бер нисә ҡағиҙәгә таянырға тейеш. Мәҫәлән, үҫмерҙәр 8 сәғәт эшләргә тейеш түгел, шулай уҡ бер нисә һөнәр уларға бөтөләй тура килмәй. Быйыл Башҡортостанда 18 меңдән ашыу үҫмер теләк буйынса эшкә урынлаша ала. Төп эш хаҡынан тыш, мәшғүллек үҙәгенән матди ярҙам күрһәтеләсәк. Һәр эшләгән уҡыусы ике мең ярым һумға тиклем өҫтәмә түләү ала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала ун меңдән ашыу үҫмер ваҡытлыса эшкә урынлашҡан. Йәйге каникул мәлендә теләгән һәр уҡыусы эшкә урынлаша ала. Тик бының өсөн ата-әсә рөхсәте кәрәк. Улар үҙ сиратында ризалығын белдергән ҡағыҙ тултырып, ҡултамға ҡуйырға тейеш. Был иң мөһим шарт булып һанала.