Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Милли герой, Башҡортостан символы, милләттең рухын сағылдырған шәхес. Бөгөн халҡыбыҙҙың танылған батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Башҡортмон тигән һәр кемдең үҙен Салауат Юлаев тип хис итер хоҡуғы бар. Халыҡтың йөҙөн танытҡан, милли рухын билдәләгән тарихи шәхестәрҙең ысын рәсеме һаҡланмаһа ла, уларҙың исеме атамаларҙа, һәйкәлдәрҙә мәңгеләштерелеп, боронғо яҙма биттәренән халыҡ хәтеренә күсә. Салауат урамы, Салауат Юлаев проспекты, парктар, баҡсалар, һәйкәлдәр. Араларында иң киң танылғаны спорт клубы. Төбәктә генә түгел илдә билдәле хоккей командаһы. Салауат Юлаев исемендәге майҙан һәм Салауат Юлаев һәйкәле Өфө һәм уның ҡунаҡтары өсөн тотош Башҡортостан символы. Башҡалаға ер, һауа һәм тимер юлынан ингән һәр кемде тап ошо символдың ҡаршы алыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Халыҡты ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәргән батыр исеме бөгөн дә милләт-ара татыулыҡ, уртаҡ ергә һөйөү һәм һаҡсыллыҡ тойғоларын тәрбиәләй.