Өфө уҡытыусыһы үҙенсәлекле ысул ярҙамында музыка һәм рәсем дәрестәрен алып бара. Яңы алымға патент алырға ла ниәтләй. Елизавета фортепианола уйнай, башҡа ҡыҙҙар иһә музыка тыңлап ҡомда һүрәт төшөрә. Бармаҡтар ярҙамында фантазияларына ҡарап ҡыҙҙар төрлө картиналар һынландыра. Ике ҡул менән эшләү, бармаҡтар менән һүрәт төшөрөү ваҡ моториканы үҫтерә. Дарья Данилова – музыкант, үҙенең дәрестәрендә синестезия алымын ҡуллана, йәғни төрлө һиҙеү ағзаларын берләштерә. Даръя Данилова уҡыусыларҙы тамашасы алдында сығыш яһарға ла өйрәтә. Был иһә ҡурҡыу тойғоларынан арынырға ярҙам итә, ти педагог. Темаларға ярашлы көй, шиғырҙар, картиналар һайлана. Ҡом анимацияһынан тыш, балалар киндергә матур сағыу рәсем дә төшөрә. Даръя Викторовна ошондай арт-проект менән 2018 йылда белем биреү учреждениеларында сығыш яһай башлай. Әле 13 белем усағында концерт күрһәткәндәр. Ҡомда һүрәт төшөрөү, картиналар яҙыу, фортепианала уйнауҙан тыш, ҡыҙҙар батик техникаһы менән ошондай матур күлдәктәр әҙерләй. Ебәк туҡымала һүрәт төшөрөү балаларҙы ыҫпайлыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәтә. Сәхнәлә уҡыусылар үҙҙәре теккән кейемдәрҙә сығыш яһай. Даръя Данилова үҙе лә бәләкәй сағынан музыка менән шөғөлләнә һәм һүрәт тә төшөрә. Даръя Викторовна әле аспирантурала уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап үҙенең яңы алымын пантентларға ниәтләй. Киләсәктә ошо арт-проектты башҡа уҡыу йорттары ла ҡулланғанда уҡыусыларҙың һәләтен төрлө яҡлап асырға һәм үҫтерергә мөмкин буласаҡ, ти педагог-музыкант-рәссәм Даръя Данилова.
Ваҡ моториканы нисек үҫтерергә?
Ваҡ моториканы нисек үҫтерергә?