Башҡортостан хәтер һәм ҡайғы көнөн билдәләргә йыйына

Башҡортостан хәтер һәм ҡайғы көнөн билдәләргә йыйына

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 81 йыллығын хәтер һәм ҡайғы көнө менән билдәләргә йыйына. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә.