Ғәйеткә Башҡортостанға ҡорбан салыр мал индереү сикләнә

Ғәйеткә Башҡортостанға ҡорбан салыр мал индереү сикләнә

Ошо хаҡта республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәктең ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин белдерҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар оператив хеҙмәттәрҙең аҙна ваҡиғалары һәм республикала мал-тыуар менән ҡош-ҡорттоң ҡурҡыныс сирҙәре таралыуы хәүефенә баһа бирҙе. Июлдең 9-нан 11-нә тиклем Башҡортостанға илдең төрлө төбәктәренән мал алып ҡайтыу осраҡтары йышайыуы көтөлә, был мосолмандарҙың мөбәрәк байрамы уңайынан ҡорбан салыу йолаһына бәйле. Республиканың ветеринария идаралығы етәксеһе сик аша карантин сараларын үткән малды ғына индерергә ярай, тип иҫкәртте. Бынан тыш, мал һуйыу төбәктең ветеринария хеҙмәте күҙәтеүендәге махсус майҙандарҙа ғына рөхсәт ителә. Был именлек саралары республикаға йоғошло сир индереү хәүефен кәметеү маҡсатында ҡабул ителгән. Төбәктәге санитар-эпидемиологик хәлгә килгәндә, яңы коронавируслы инфекция йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 289 910 кеше, шуларҙың 51-е һуңғы тәүлектә сирләгән. Бөгөнгә стационарҙа 117, өйҙә 364 сирле дауалана. Үткән тәүлектә 53 кеше сирҙе еңеп сыҡҡан. Вакциналауҙы ҡабаттан үткәндәр һаны буйынса алдынғы муниципалитеттар билдәле, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры. Бишбүләк, Краснокама һәм Балаҡатай райондарында ревакцинация әүҙем бара. Оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусылар торлаҡ коммуналь хужалыҡ, юлдарҙағы хәл, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хеҙмәттәрҙең аҙна ваҡиғаларын тыңланы. Борсоулы мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иткән кешеләр һаны кәмей. Был һөйөнөслө хәл тураһында социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская белдерҙе. «Инцидент-менеджмент» селтәре 3 968 мөрәжәғәт ҡабул иткән, үткән аҙна менән сағыштырғанда был 901-гә кәмерәк. Юлдар сифаты, ихата һәм йорттар төҙөкләндереү, социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау өлкәһенән тыш “Мәғариф” бүлегенә мөрәжәғәттәр йыш. Һорауҙар мәктәптәҙе ремонтлауға ҡағыла. Төбәктә ғәмәлдәге мәктәптәр төҙөкләндерелеп кенә ҡалмай, яңылары ла төҙөлә. Мохтажлыҡ барлығын статистика хеҙмәткәрҙәре лә дәлилләй. Бөтә Рәсәй йәниҫәбен алыуҙың көнэлгәре һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында халыҡ һаны буйынса етенсе урынға сыҡҡан. Өфөлә халыҡ 9 процентҡа артҡан. Урбанизация кимәле лә арта бара. Хәҙер ҡалала йәшәгәндәр 61,8, ауылдағылар 38,2 процент. Росстат йәниҫәп йомғаҡтарының халыҡтың төрлө төркөмдәре буйынса ай һайын мәғлүмәт биреп торасаҡ. Республика башлығы статистика хеҙмәте эшмәкәрлеген юғары баһаланы, оператив кәңәшмәлә бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров өлкә хеҙмәткәрҙәрен 25 июндә билдәләнәсәк һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Милли банктың Башҡортостан буйынса идарасыһы Марат Кашапов халыҡтың финанс хеҙмәттәрҙе файҙаланыу кимәленә баһа бирҙе. Республика ауылдарының 27 проценты финанс хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса “ҡыҙыл зонала”, был хеҙмәттәр бөтөнләй күрһәтелмәгән урындар бар. Хәлде яҡшыртыу маҡсатында «Мир» картаһы нигеҙендә ҡулаҡсаһыҙ түләүҙәрҙе, цифралы һәм финансҡа бәйләнмәгән сервистарҙы киңәйтеү ҡарала. Республикала ҡулланылған социаль картаны киләсәктә “АЛҒА Башҡортостан” картаһына күсереү планлаштырыла.