Республикала киләһе йыл башынан халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы дәүләт саралары индерелә. Баҡсаһында һәм шәхси ярҙамсы хужалығында йәшелсә үҫтергән үҙмәшғүлдәрҙең сығымдарына субсидия бүлеү ҡарала.Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика ошо маҡсатты бойомға ашырыр өсөн федераль бюджеттан 200 миллион һумға тиклем аҡса алырға иҫәп тота. Ҡулланыусылар баҙарындағы тотороҡлоҡто иҫәпкә алып хаҡтар хәҙер көн һайын түгел, аҙнаһына бер тапҡыр тикшереләсәк. Башҡортостанда тауар дефициты юҡ. Сәнәғәттә етештереү индексының ыңғай динамикаһы һаҡлана. Ҙур предприятиеларҙың күбеһе план күрһәткестәрен үтәй.
Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы дәүләт саралары индерелә
Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы дәүләт саралары индерелә