Өфө парктары берләшә

Өфө парктары берләшә

Өфө парктары берләшеп ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының ялын ойоштороу буйынса дөйөм эш алып бара. Уларҙа аҙнаһына кәмендә өс тапҡыр мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыла. Дәртле көйҙө ишетеү менән Эмилия бейергә йүгерҙе. Өфөгә ял итергә килгән ҡыҙға башҡалалағы күңел асыу саралары айырыуса оҡшаған. Өй эргәһендә генә парктың булыуы һәм унда концерт-уйындарҙың даими уҙғарылып тороуы ҡулай, ти ейәнсәре менән бергә килгән Миңзаһира Шамилова. Сипайлово биҫтәһендәге яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркына бөтә ҡаланан кешеләр ағыла. Ижад һөйөүселәр шатлығына бында сәхнә лә төҙөлгән. Өҫтәүенә, аҙнаһына өс тапҡыр мәҙәни саралар уҙғарылып тора. Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһы ла гөрләп тора. Башҡа парктарҙағы кеүек бында ла һәр шаршамбы балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уйындар үткәрелә. Быйылдан башҡалабыҙҙың алты паркын берләштергән “Уфапарк” проектының төп маҡсаты — ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының ялын күңелле һәм файҙалы итеп ойоштороу.“Кешеләргә шатлыҡ килтереү” - ошо девиз аҫтында Өфө парктары берләшеп эш алып бара. Саралар балалар өсөн генә түгел, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Шуныһы ҡыуаныслы – былар барыһы ла бушлай. Сараларҙың теҙмәһе менән УфаПарк сайтында танышырға мөмкин.