“Өфө уттары” 21-се июнь: "Нур" театрында - көтөп алынған премьера!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

Өфө "Нур" татар дәүләт театры ХХХ ижад миҙгелен 22 июндә Туфан Миңнуллиндың "Әлдермештән Әлмәндәр" спектакленең премьераһы менән тамамлай. Шул уңайҙан, “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында барасаҡ “Өфө уттары” тапшырыуына "Нур" театры актерҙары саҡырылды.

Спектакль өҫтөндә түгелгән көс, репетициялар ағымы, артист тормошо тураһында беҙгә Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рушат Мөҙәрисов һәм театрҙың алдынғы актрисаларының береһе Сулпан Раянова бәйән итер.

Тапшырыу 20 сәғәт 10 минутта башлана.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн (“Whatsapp”): 8-919-617-96-41