Радий Хәбиров Дәүләт советы президиумы ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров Дәүләт советы президиумы ултырышында ҡатнашты

Унда төҙөлөш баҙарындағы хәл, ҡала һәм ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү тураһында һүҙ барҙы. Владимир Путин билдәләүенсә, үҙ илебеҙҙә етештерелгән төҙөлөш материалдарын ҡулланыуҙы бермә-бер арттырырға, ә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға кәрәк. Илебеҙ етәксеһе Министрҙар кабинетына һәм Үҙәк банкка льготалы ипотека ставкаларын кәметеү буйынса тиҙ арала саралар күрергә ҡушты.