Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу маҡсатында бөгөн ил буйынса 14 сәғәт 15 минутта бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә бөтә ил буйынса Дәүләт флагтары төшөрөлә, мәҙәниәт учреждениеларына, телевидение һәм радиола күңел асыу тапшырыуҙарын туҡтатып торорға тәҡдим ителә. Һуғыш башланған көндө хәҙер бик һирәк кешеләр иҫләй. Репродуктор булған ҡала-ауылдарҙа йәшәүселәр Советтар Союзына фашистик Германия баҫып ингәне тураһында шул көндә үк белә. Сөнки, үҙәк радио аша СССР-ҙың сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары Вячеслав Молотов сығыш яһай.
Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә
Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә