Көҫәкәйҙең йәмле кистәре

Көҫәкәйҙең йәмле кистәре

Ошо исем аҫтында Саҡмағош районы Көҫәкәй ауылында билдәле артистар ҡатнашлығында ҙур концерт уҙҙы. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Фәрит Ғиндуллин дүртенсе тапҡыр инде яҡташтарына ошондай бүләк эшләй. "Атайсал – кесе Ватан" республика проектының әүҙем ҡатнашыусыһы ла ул. Төҙөкләндерелгән юлдар, яңы обелиск, тәртипкә килтерелгән шишмә – яҡташының изге эштәренә рәхмәтле ауыл халҡы. Саҡмағош районының Көҫәкәй ауылынан Өфөнән илткән иң ҡыҫҡа юл, ниһәйәт, тергеҙелде, ти Фәвәрис Ихсанов. 70-се йылдарҙа һалынып, аҙаҡ, ҡарауһыҙ ҡалып, юҡҡа сыҡҡан юл участкаһын 30 йылдан һуң йәнә ремонтлап алғандар.Көҫәкәй менән Аблай ауылдары араһындағы юлды төҙөкләндереүгә ошо ауылдан сыҡҡан билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Фәрит Ғиндуллин күп көс һалған. Уның тап ошо инициативы «Атайсал» проектының башланғысында тора. Һуңғы йылдарҙа Көҫәкәй күҙгә күренеп төҙөкләндерелде, ти ауыл халҡы. Фәрит Хөрмәтулла улы тыуған төйәгенең яҙмышы өсөн янып-көйөп йәшәгән кешеләрҙең береһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Атайсал” проектының иң әүҙем ҡатнашыусыһы ла ул.Ысынлап та, Көҫәкәйҙең тирә-яғында бөхтәлек һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә. Фәрит Хөрмәтулла улы ауыл эсендәге юлдарҙы ла, күперҙе лә ҡарап тора, ти яҡташтары.Был юлдан да элек итек кейеп кенә йөрөгәндәр. Ә хәҙер асфальт һалынғас, бында һәр кем килә ала. Сәй ҡойоһо тип аталған шишмәнән бөтә ауыл халҡы тиерлек сәйгә һыу ала. Ул файҙалы ла, тәмле лә, ти урындағы кешеләр.Асфальт түшәү менән генә эш туҡталмай, меценат киләсәктә шишмәнең биләмәһен тулыһынса төҙөкләндерергә планлаштыра. Ә бына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың исеме урын алған обелиск өр-яңынан төҙөлгән.Яҡташтарын берләштереү йәһәтенән дә ҙур эш алып барыла. Дүртенсе тапҡыр инде “Көҫәкәйҙең йәмле кистәре” исемле ҙур концерт ойошторола. Был юлы унда Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Әнүәр Нурғәлиев, Айҙар Ғәлимов кеүек билдәле артистар саҡырылғайны.Ямғыр башланыуға ҡарамаҫтан, халыҡ таралышманы, яратҡан артистарына ҡушылып йырланы, күңел асты.Йыр-моңдоң берләштереү көсөнә көҫәкәйҙәр тағы бер инанды. "Атайсал – кесе Ватан" проекты сиктәрендә уҙғарылған концерт тыуған ерен яратҡан кешеләргә яҡташтары менән күҙгә-күҙ осрашып, ихлас аралашыу мөмкинлеген дә бирҙе. Әйткәндәй, проект тормошҡа ашырыла башланғандан алып республиканың ҡала һәм ауылдары үҫешенә 570 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. “Атайсал” проекты сиктәрендә бер йыл эсендә генә йөҙләгән балалар һәм спорт майҙансығы, 200-ҙән ашыу шишмә үҙәндәре, юлдар тәртипкә килтерелгән, мәсеттәр төҙөлгән һәм ауыл-ҡалаларҙа бихисап саралар ойошторолған.