Ҡыйыулыҡ, ярҙамсыллыҡ һәм һөнәри оҫталыҡ өсөн

Ҡыйыулыҡ, ярҙамсыллыҡ һәм һөнәри оҫталыҡ өсөн

Донбасста бер ай эшләгән табиптар төркөмө Башҡортостанға ҡайтты. Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ирекмән-табиптарҙы грамоталар менән бүләкләне. Башҡортостандан Донбасс халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан табиптарҙың был дүртенсе төркөмө. Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында улар 12 майҙан башлап эшләгән. Башҡортостан табиптары өс модулгә бүленеп ярҙам күрһәткән – халыҡҡа диспансеризация үткәрелгән, кардиология, стоматология, педиатрия хеҙмәттәре ойошторолған. Ҡыйыу яҡташтарыбыҙ араһында башҡаланың бишенсе дауаханаһы терапевты Гөлнара Ғәзизова ла бар. Уның хеҙмәт стажы 27 йыл. Красный Лучта бер айҙан артыҡ эшләгән.