Табиптар үлемдән алып ҡалған

Табиптар үлемдән алып ҡалған

Өфө хирургтары тыны өҙөлгөн пациенттың тамағындағы ҡан төйөрөн киҫеп ташлап ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалған. Бындай операция Башҡортостанда беренсе тапҡыр башҡарылған. 29 йәшлек Динар Зиннәтовтың бар ауырыуҙары бер ай элек вахтанан ҡайтып килгәндә асыҡлана. Самолеттан төшөү менән ҡапыл ҡыйын булып, тыны ҡыҫыла башлай. Операция кисереүенә өс аҙна ғына үтеп өлгөргән егет әле яҡшы итеп һөйләшә лә алмай. Дауаханаға ашығыс рәүештә эләгеп, тиҙ-арала операция яһала. Барыһы ла йыл ярым элек юл фажиғәһенә осрағандан һуң ҡалған эҙемтә, ти табиптар. Бер-нисә этапта башҡарылған ҡатмарлы операция Ҡыуатов исмендәге республика дауаханаһы табиптары менән берлектә башҡарыла. Динар Зиннәтовтың һаулығы бер аҙ нығынып өс ай үткәс, тағын да бер операция үткәрергә – тын юлындағы стентты алырға кәрәк буласаҡ. Хирургттар ҡулдан килгәндең барыһын да эшләгән, егеттең артабанғы һаулығы бары тик үҙенең ҡулында.Дауаханаға бындай диагноз менән килеп эләгеп тә пациенттың иҫән ҡалыуы мөғжизәгә тиң, ти белгестәр. Әлбиттә, табиптарҙың тиҙ арала ярҙам күрһәтеүе лә мөһим роль роль уйнай... Әле иһә Динарға ике ай амбулатор дауаланыу үтергә кәрәк.