Имтихан биреп ҡара

Имтихан биреп ҡара

10 синыфта уҡыған егет һәм ҡыҙҙар сығарылыш уҡыусылары менән бер рәттән дөйөм дәүләт имтихандарын тапшыра ала. Һынау уңышлы үткән осраҡта был имтихан 11 синыфта ҡабаттан бирелмәй. Әгәр ҙә уҡыусы үҙ һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт булмаһа, бер йылдан һынауҙы йәнә үтә ала. Бындай тәжрибә республикала ла ҡулланыла. Бер йыл алдан бирелгән имтиханда 100 балл йыйыусы уҡыусы һәм уның остаздары менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова осрашты. Анастасия Пантелейко унынсы синыфты тамамлаған. Тормошоноң иң ҙур һынауы — Берҙәм дәүләт имтихандары алда әле. Әммә ҡыҙ үҙ көсөн быйыл уҡ һынап ҡарарға булған. 11-се синыф уҡыусылары менән бер рәттән рус теленән дәүләт имтиханы тапшырған. Берҙәм дәүләт имтихандарын ваҡытынан алда тапшырыуҙың үҙ нескәлектәре бар. Ҡағыҙ эштәрен, документтарҙы барлау мөһим. 11-се синыф программаһын үҙ аллы өйрәнеү, өҫтәмә онлайн мәктәп, әҙерлек курстары, уҡытыусы менән шәхсән дәрестәр. Һөҙөмтәһе лә көттөрмәне. Рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 бал йыйған Анастасия. Ҡыҙҙың лидерлыҡ сифаттарын ата-әсәләре лә билдәләй. Китапҡа һөйөү, белемгә ынтылыш уятыуҙа ошо уҡ мәктәптең китапханаһында эшләгән өләсәһенең өлөшө ҙур, ти ҡыҙҙың әсәһе Евгения. Анастасия Пантелейко республикала 10-сы синыфтар араһында берҙәм дәүләт имтиханы тапшырып 100 балл йыйыусы берҙән-бер уҡыусы. Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын сығарылыш уҡыусылары менән бер рәттән 10-сы синыф егет-ҡыҙҙары ла үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләк белдерә. Башлыса, география фәнен һайлаусылар күп. Сөнки 11 синыфта география уҡытылмай. Тупланған белемдәрен бер йылға ҡалдырырға теләмәй уҡыусылар. Имтихан тапшырырға теләүселәр алдында бер үк талаптар. Берҙәм дәүләт имтихандары дауам итә. Әле химия, физика, тарих буйынса имтихан һөҙөмтәләре билдәле. Республикала был фәндәр буйынса бөтәһе 70 уҡыусы 100 балл йыйған. Юғары күрһәткестәргә, башлыса, химия һәм тарих буйынса имтихан тапшырған уҡыусылар ирешкән. Рәми Ғарипов исемендге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Фәниә Беишевала улар исемлегендә. Беренселәр рәтенә сығырға уға үҙ-үҙеңә ышаныс һәм ике йыл дауамында көндәлек етди әҙерлек ярҙам иткән.100 балл йыйыусы уҡыусылар хөкүмәт тарафынан да оло иғтибарға лайыҡ. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 баллға тапшырған һәм республикалағы Евразия фән һәм белем биреү үҙәгенә ингән вуздарға ингән уҡыусыларға 150 мең һум аҡса биреләсәк. Бер тапҡыр бирелә торған был түләү һәләтле уҡыусыларҙы төбәк вуздарында ҡалдырыу ниәте менән булдырылған.