Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе тапҡыр балалар өсөн башҡорт йолаларына нигеҙләнгән мәктәп һабантуйы үтте. Сара милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә бағышланды. Балалар ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары менән төрлө ярыштарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡараны. Һабантуйҙың тантаналы өлөшө, йолаға ярашлы, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән башланды. Һуңынан сараны театрлаштырылған күркәм тамаша дауам итте. Бында Батыр менән Шүрәле үҙ-ара көс һынашып, балаларҙы сәмләндереп, барыһын да ярыш майҙанына саҡырҙы. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ, тарихыбыҙға арналған һабантуй Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе тапҡыр уҙғарыла. Балалар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе, беләге ныҡтар гер күтәрҙе, етеҙҙәр тоҡ кейеп ярышты.Мәргәнлектә балалар үҙҙәренең ата-әсәләре менән ярышты. Иң осҡор күҙлеләр булып ғаиләләр араһында Илмир һәм Регина Туйгилдиндәр, Ләйсән һәм Азамат Ваһаповтар, Артур һәм Гөлсөм Ишмөхәмәтовтар танылды.Һабантуйҙы милли көрәшһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Был юлы ла бил бирмәҫ батырҙар бер-бер артлы келәмгә сыҡты. Көрәш ярышында 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Таһир Ҡурамшин беренсе урынды алһа, 65 килограмға тиклем Илһам Шәрипов, 70 килограмм һәм унан ауырыраҡ категорияла Данил Сөләймәнов еңеү яуланы.Төрлө конкурстар, спорт ярыштары, йыр һәм бейеүҙә ҡатнашҡан һәр бала бүләкһеҙ ҡалманы. Ә бына татлы приз һәр кемгә эләккән. Сараны ойоштороуға ҡала хакимиәте, Ашҡаҙар гәзите, бағыусылар һәм 7-се мәктәп күп көс һалған.Һабан байрамында бер-нисә мәктәп һәм гимназиянан балалар ҡатнашты. 7-се урта белем биреү мәктәбе директоры ошондай сараны үткәрергә күптән хыялланған, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп килгән. Быйыл, ниһайәт, ошо уй тормошҡа ашҡан. Күңелле һәм дәртле йыр-моң менән ойошторолған һабантуй гөрләп-шаулап уҙҙы. Сараны ойоштороусылар балалар һабантуйы артабан да матур йолаға әйләнер һәм унда тағы ла күберәк мәктәптәр ҡатнашыр тип өмөтләнә. Байрамдан һәр кем дәрт алып, шатланып таралышты, ул тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр балалар һабантуйы үтте
Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр балалар һабантуйы үтте