Өфө ошо уңайҙан “Хәтер шәме” акцияһына ҡушылды. Ғафури паркында 5 мең шәмдән Муса Гәрәев портреты тоҡандаралды. Матросов һәйкәленә “Ҡайғы һәм хәтер” көнө айҡанлы сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.22 июнь — Рәсәй һәм кешелек тарихында иң ҡайғылы һәм фажиғәле даталарҙың береһе. Был көндә беҙ фронтта һәләк булған, фашист лагерҙарында һәм тылда аслыҡтан, ауыр тормоштан мәрхүм булғандарҙы хәтергә алабыҙ. “Һуғыштың утлы рәсемдәре” акцияһы сиктәрендә Башҡортостандан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев портреты тоҡандырылды. 5 мең шәмдән һындандырылған портрет фашистик Германия Рәсәйгә һөжүм иткән ваҡытта 22 июнь таңында ҡабыҙылды.Йола буйынса Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөлә Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалынды. Митингта хөкүмәт вәкилдәре, хәрби-патриотик клубтар, ветерандар һәм кадеттар ҡатнашты. Тантана сиктәрендә һуғыш үткән ерҙәрҙә табылған 4 һалдаттың һөйәктәре туғандарына тапшырылды. Йәрмәкәй, Благовар, Федоровка һәм Ҡырмыҫҡалынан һуғышҡа китеп яу яланында ятып ҡалған ил һаҡғсылары тыуған яғында тыныслыҡ табасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 710 мең кеше фронтҡа китә. Был республикала йәшәүсе халыҡтың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Шуларҙың яртыһы тиерлек, 322 меңдән ашыуы кире әйләнеп ҡайтмай. Ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән 728 яугир Советтар Союзы геройы исемен ала, 35-е Дан орденының тулы кавалеры була. Башҡортостан һуғыш барған төбәктәрҙән 278 мең эвакуацияланыусыны ҡабул итә. 63 эвакогоспиталь урынлаштырыла, 200-ҙән ашыу завод-фабрика күсерелә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 22 июнь 81 йыл
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 22 июнь 81 йыл