Абдулла Хәмзин фронтта ҡаты йәрәхәттәр ала. Ләкин госпиталдә дауаланыуҙан баш тарта һәм Бөйөк Еңеү көнөн ул Берлинда ҡаршылай. Ветеранды бер быуатлыҡ юбилейы менән беҙҙең хәбәрселәрҙә ҡотланы. Абдулла Мансур улы ҡотлауҙарҙы, ғәҙәттәгесә, телефондан ҡабул итә. 100 йәшкә тиклем йәшәүҙең сере ябай. Көслө нәҫел, ти ул. Хәмзиндәр нәҫеле оҙон ғүмерлеләре менән дан тота. Ветеранды ҡотларға беренселәрҙән булып һеңлеһе Гәүһәр Хәмзина килгән. Ғаиләлә иң йәше, ни бары 91 генә йәш.Бер быуатлыҡ юбилейына бер ай ҡалғанда Абдулла Хәмзин үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр Мәскәүгә Еңеү Парадына барып ҡайта. Байрамда йәнә 45-се йылға, Бөйөк Еңеү көнөнә ҡайтҡандай булдым, ти ветеран.Абдулла Хәмзиндың һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыу сәбәпле, фронтҡа 1943 йылда ғына алына. Тәүҙә ул ике ай дауамында минометсылар курсын үтә. Һуңынан 65-се гвардия миномет полкы составына эләгә. Йәш егеткә 100 килограм ауырлығындағы минометтар ташырға тура килә. Абдулла Мансур улы ҡотлауҙарҙың күп булыуынан бер аҙ уңайһыҙланып та ҡуя. Шулай ҙа юбиляр һүҙҙәренсә, ҡунаҡтарҙы ул түҙемһеҙләнеп көткән. 100 ул һан ғына, ти Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Шуға ла бер быуатлыҡ юбилей ҡунаҡтарын Абдулла Хәмзин сираттағы 105 йәшлек юбилейына саҡырҙы.
Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны 100 йәшлек юбилейын билдәләй
Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны 100 йәшлек юбилейын билдәләй